

"Минең атайым – Вәкил Боҫҡонов. Мин уны бик ныҡ яратам. Ул беҙҙе ғәҙел, тәртипле булырға өндәй. Атайымдың "Ил терәге" тип аталған миҙалы ла бар. Сөнки ул 8 апайыма һәм 2 ағайыма ғүмер бүләк иткән. Атайымды эшендә лә хөрмәт итәләр. Эштән арып ҡайтһа ла, әсәйемә ярҙам итеп тә өлгөрә, беҙҙең мәктәп – баҡса тормошобыҙ менән ҡыҙыҡһына. Ҙурайғас, атайым һымаҡ көслө, ышаныслы, эшлекле булам".