

Исеме – Фәүзән уның. Дүрт ҡыҙ араһында берҙән-бер малай булып үҫә. Әммә һис тә иркәләнеп кенә ултырмай, бәләкәйҙән ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы була.
Һөнәре буйынса – элемтәсе. Алыҫ Әрмәнстанда ике йыл хеҙмәт итә ул.
Атайым ғаиләлә иң төпсөк бала булараҡ, тыуған ауылында атай йортонда төпләнгән. Әсәйем менән матур ғаилә ҡороп, миңә һәм Илназ ҡустыма ғүмер бүләк итәләр.
Атайым - киң күңелле, туған йәнле, ғәҙел, тырыш, уңған кеше. Күп итеп мал-тыуар аҫрай, ҡуяндар үрсетә. Бәләкәйҙән техника яратҡас, ихатабыҙ эсендә уларҙың ниндәйе генә юҡ. Һәр береһен ҡарап, ремонтлап тора. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡустым менән һәр саҡ эргәһендә булырға тырышабыҙ. Эшләгәнегеҙ кеше өсөн булһа, өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн, ти атайым.
Өлгөлө ғаилә башлығы, әсәйемә – терәк, өләсәйемә - хәстәрлекле ул, беҙгә таяныс ул ҡәҙерлебеҙ. Киләсәктә ышанысын аҡлап, аҡыллы, белемле, ҡыйыу, батыр булып үҫеп етеп, атайыбыҙҙың ҙур ғорурлығы булырбыҙ әле!
Фәнзил КӘРИМОВ,
V синыф уҡыусыһы.
Әлшәй районы, Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе.