+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
18 Февраля 2022, 05:05

Атай, атаҡайым, атайым!

Шулай тип мәҡәләһен башлап ебәргән Баймаҡ районы  1-се Этҡол мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Миңһылыу Йәндәүләтова.

Атай, атаҡайым, атайым!Атай, атаҡайым, атайым!
Атай, атаҡайым, атайым!

"Ғаилә – ул бәләкәй дәүләт. Һәр дәүләттең башлығы булған кеүек, ғаиләнең дә үҙ башлығы була. Ә беҙҙеке кем, тиһегеҙме? Әлбиттә, атайым.

Атай – донъялағы иң ҡәҙерле, ғорурланып әйтелгән һүҙҙәрҙең береһе. Атайлы булыу шундай рәхәт. Ул – кәңәшсе лә, ҡурсалаусы ла, эшкә өйрәтеүсе лә, ярҙамсы ла. Минең атайым да шундай. Уның исеме – Мансур. Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылындағы ғаиләлә  дүрт малай үҫә. Атайым кинйә малай була. Иртә атайһыҙ ҡалыу сәбәпле, иркәләнеп ултырырға мөмкинлек булмай. Бәләкәйҙән ҡул араһына инеп үҫә. 1-се Этҡол  мәктәбендә белем ала. Ун һигеҙ йәше тулғас, әрме сафына алынып, Ырымбур өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ул өлкән сержант була. Ҡайтҡас, атайым иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, шуның буйынса вахта ысулы менән әле Себер яҡтарында эшләй.

Атайым бөтә ерҙә таҙалыҡты, бөхтәлекте ярата. Беҙҙең  – ихатала ла, уның келәтендә лә, гаражында ла һәр саҡ тәртип. Ул беҙҙе лә шуға өйрәтә. Атайым менән әсәйем – пар ҡанат. Улар сәләмәт тормошто ярата. Ғаиләбеҙ менән саңғыла йөрөргә яратабыҙ. Мин унан шашка уйнарға өйрәндем. Мәктәптә, ауылда үткәрелгән спорт ярыштарында ҡатнашабыҙ, еңеүҙәр яулайбыҙ. Атайым йәй көндәре беҙҙе тәбиғәт ҡосағына ял итергә алып сыға. Ул – оҫта балыҡсы ла. "Ир ҡанаты ат булыр", – тиҙәр. Атайым да аттар ярата.

Беҙ ҙә ғаиләлә өс ҡыҙ – "өс таған" үҫәбеҙ. Атайым беҙҙе иркәләп, наҙлап тора. Әсәйем өйҙә булмағанда беҙҙе тәмле аштары менән һыйлай. Уның менән беҙгә бик күңелле. Мин үҙен бик яратам.  Атайлы булған өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтәм. Һин – донъяла иң шәп атай бит!"– тип Миңһылыу  мәҡәләһен тамамлап ҡуйған.  

#АтайымТаянысымКонкурсы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас