

"Мин – бик бәхетле бала! Ғаиләбеҙҙең башлығы – атайым Әлмир Зәйнәғетдин улы. Ул – оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, бик көслө ир-ат. Гел йылмайып, тирә-яҡҡа нур сәсеп, күтәренке күңел менән йөрөй. Мин атайымды асыуландырмаҫҡа тырышам, сөнки уның эскерһеҙ йылмайыуын яратам. Үҙем – ғаиләлә кинйә бала. Йыш ҡына атайымдың уҡыған йылдары, йәш сағы менән ҡыҙыҡһынам. Ул Туймазы районы Сәйрән мәктәбендә белем алған, шунан БДУ студенты булған. Беренсе курсты тамамлағас, уны әрме сафына алғандар. Атайым Төньяҡ флотта өс йыл хеҙмәт иткән, атом һыу аҫты кәмәһендә электриктар отделенияһы командиры вазифаһын башҡарған. Ул ваҡытта атом һыу аҫты кәмәһендә, бик тәрәнгә төшөп, төрлө күнекмәләр, тәжрибәләр үткәргәндәр. Яҡшы хеҙмәте өсөн ике тапҡыр отпуск биргәндәр. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, атай уҡыуын дауам итеп, дипломлы белгес була. Хеҙмәт юлында мәктәп директоры, Бишҡурай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы йөгөн дә тартты. Ул һәр эшен еренә еткереп башҡарҙы, халыҡ үҙен яратты, хөрмәт итте. Һигеҙ йыл эшләгәс, үҙ теләге менән яратҡан һөнәренә ҡайтты. Әлеге көндә ул – уҡытыусы. Мәктәптә лә атайымды уҡыусылары бик ярата, хөрмәт итә. Ул химия, биология фәндәренән белем бирә, төрлө тәжрибәләр күрһәтә. Үҙе синыф етәксеһе булған IX cиныф уҡыусыларын яҡшы кеше булып йәшәрлек итеп, тәрбиәләргә тырыша. Егеттәр бигерәк тә машина, матай төҙәтеү, әрме тураһында һораша. Атайым һәр береһенә, ваҡытын йәлләмәй, тейешенсә аңлата.
Бик тырыш кеше ул. Бер минут та тик тормай. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын – бөтәһен дә башҡарып сыға. Ағайымдар ялға ҡайтҡас, ихатала бергәләп эшләй: тиреҫ түгәләр, машина төҙәтәләр, бысҡы рәтләйҙәр. Улар ҙа, бәләкәйҙән үк гел атайҙан ҡалмай йөрөп, бөтә эшкә өйрәнеп бөткән. Мин дә хәҙер уларҙан өлгө алам. Атайым – кәңәшсем дә, өлкән дуҫым да. Ниндәй һорауҙар килеп сыҡһа ла, гел уға мөрәжәғәт итәм. Өлкәндәргә бик ябай ғына тойолһа ла, минең өсөн мөһим булыуын аңлай ул. Шуға ла һәр саҡ мине тыңлай, аҡыллы кәңәш бирә. Минең атайым – донъяла иң яҡшы кеше, үрнәкле ғаилә башлығы, маҡтаулы уҡытыусы, аҡыллы кәңәшсе! Ул сәләмәт тормош алып бара, ағайҙарыма ла, уҡыусыларына ла үрнәк булып тора. Мин атайымды шул тиклем яратам!"