+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
18 Февраля 2022, 18:00

Атайым һымаҡ булырға хыялланам

Баймаҡтағы интернат-лицейҙың V “А” синыфы уҡыусыһы Айтуған Байышевтың яҙғанын тәҡдим итәбеҙ. Ул атаһы тураһында:

Атайым һымаҡ булырға хыялланамАтайым һымаҡ булырға хыялланам
Атайым һымаҡ булырға хыялланам

“Минең атайым бала саҡтан бик тырыш, уңған, эшһөйәр булып үҫә. Бәләкәйҙән фото төшөрөргә һәм гармунда уйнарға ярата. Уның исеме кем, тиһегеҙме? Ул – Әкрәм Ғәйнислам улы. Атайым әрмелә сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Был хаҡта һөйләһә, иғтибар менән тыңлайым, сөнки минең өсөн бик ҡыҙыҡ һәм фәһемле нәмәләр хаҡында бит. Мин дә уның һымаҡ булырға хыялланам. Атайым менән бергә булған саҡтарҙың ҡәҙерен белеп үҫәм. Сөнки ул вахта ысулы менән  Яҡутияла эшләй. Атайым өйҙә булмағанда, миңә ныҡ ҡыйын, уны һағынам. Ҡайтыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөм алам. Уға именлек, һау-сәләмәтлек теләйем. Атайым менән ғорурланам”, – тип яҙып ебәргән.

#АтайымТаянысымКонкурсы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас