+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
18 Февраля 2022, 08:30

Aтайымыма оҡшарға тырышам

Белорет районы 2-се  Инйәр мәктәбенең 2-се синыф уҡыусыһы Нурислам Сәлимгәрәев:

Aтайымыма оҡшарға тырышамAтайымыма оҡшарға тырышам
Aтайымыма оҡшарға тырышам

"Атай"...Ниндәй яҡын һүҙ... Донъябыҙҙы атайһыҙ,әсәйһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Был ике һүҙ гел йәнәшә йөрөй. Улар –беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешеләр.

Минең атайым  да – минең таянысым, терәгем. Уның исеме  –  Хәлим. Урман хужалығында  мастер булып эшләй. Эшендә үҙен хөрмәт итәләр. Эше күп булыуына ҡарамаҫтан, атайым ғаиләһе тураһында онотмай. Гел әсәйемә ярҙамлаша. Улар бергәләп аш-һыу әҙерләй, өй төҙөнө, баҡсала эшләй. Беҙ ҙә уларға ярҙам итергә тырашабыҙ. Хәҙер үҙебеҙ төҙөгән өйҙә йәшәйбеҙ. Тағы ла бал ҡорттары менән булышырға ярата. Берәй кеше кәңәш һорап килһә, тиҙ генә ярҙам итеп ебәрә. Атайымдың иң яҡшы сифаты – үҙ һүҙендә тороуы. Әйткән вәғәҙәһен  үтәмәй ҡалмай.  Ул – шундай ябай, ғәҙел, эшсән, ярҙамсыл кеше. Киләсәктә  атайыма оҡшарға теләйем. Уның менән ныҡ ғорурланам!" – тип яҙа  атаһы тураһындағы мәҡәләһендә.

#АтайымТаянысымКонкурсы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас