+11 °С
Ясно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
18 Февраля 2022, 07:10

Бергәләп ”Йәншишмә” уҡыйбыҙ

Белорет районы 2-се Инйәр мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Уралиә Ғәбдиева атаһы тураһында:

Бергәләп ”Йәншишмә” уҡыйбыҙБергәләп ”Йәншишмә” уҡыйбыҙ
Бергәләп ”Йәншишмә” уҡыйбыҙ

"Донъялағы иң яҡын, аҡыллы, көслө, уңған кеше – минең атайым. Уның исеме – Артур. Ул – ҡыйыу, етеҙ кеше, һәр эштә үрнәк булып тора. Миңә һәр саҡ яҡшы кәңәштәр бирә. Төрлө эштәргә өйрәтә. Буш ваҡытында бергәләп гәзит-журналдар уҡыйбыҙ.

Атайымдың белмәгән эше юҡ! Мин  дә унан күп нәмәгә өйрәнәм.  Ул бөтә ергә өлгөрә. Әсәйемә, туғандарыбыҙға, күршеләргә лә ярҙам итә. Берәй һорау килеп сыҡһа, атайымдан гел кәңәш һорайбыҙ. Мин уны ныҡ яратам!"– тип яҙып ебәргән. Маладис, Уралиә!

#АтайымТаянысымКонкурсы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас