+23 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
18 Февраля 2022, 06:05

Икәүләп һунарға сығабыҙ

Хәйбулла районы Әбеш мәктәбенең V cиныф уҡыусыһы Нурзидә Әбделмәнова: 

Икәүләп һунарға сығабыҙИкәүләп һунарға сығабыҙ
Икәүләп һунарға сығабыҙ

"Атайым минең - бигерәк  аҡыллы, уңған кеше! Мин дә уға оҡшарға тырышам. Уны\ исеме – Мөнир. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигән әйтем атайыма тап килеп тора. Сөнки уның белмәгән эше юҡ. Ул  һунар менән мауыға, оҫта шофёр, төрлө әйберҙән хайуандар һындарын эшләй. Буш ваҡытында йәйен дә, ҡышын да ялан-ҡырҙар гиҙергә, урманда йөрөргә ярата. Тура килгәндә, үҙе менән мине лә ала. Мин дә һунарға йөрөргә яратам. Атайым телевизорҙан һунар тураһында төрлө тапшырыуҙар ҡарай, гәзит-журналдарҙы уҡый. Ул миңә тәбиғәтте, хайуандарҙы яратырға өйрәтә. Атайым - беҙҙең өсөн һәр ваҡыт  өлгө, терәк. Мин уны ныҡ яратам", – тип яҙған. 

#АтайымТаянысымКонкурсы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас