

"Минең атайым – Айбулат Рамаҙан улы. Беҙ Асҡар ауылында атайымдың үҙ ҡулдары менән төҙөгән, матур, ҙур йортта йәшәйбеҙ. Атайым – сос, эшкә шәп кеше. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул – эшҡыуар, машина йөрөтөүсе. Өйөр-өйөр йылҡыларын ҡарарға ла ваҡыт таба. Шулай уҡ Ишҡол ауылындағы цехта халыҡ өсөн кәрәкле бетон ҡулсалар етештерә. Беҙ матур йәшәһен өсөн тырыша. Беҙгә, өс балаһына, бөтә көсөн һалып тәрбиә бирә. Уның менән сәйәхәт итергә, балыҡҡа йөрөргә, йылға-күл буйҙарында ял итергә яратабыҙ. Атайым менән ғорурланабыҙ һәм үҙен яратабыҙ", – тип яҙып ебәргән.