

"Атай менән әсәй – донъялағы иң ҡәҙерле кешеләр. Мин бәхетлемен, ғаиләбеҙ менән!
Атайымдың исеме – Аяз. Аяҙ булһын, нур бөркөп, йылытып торһон тигәнде аңлаталыр, моғайын. Иртән торғас, ата-әсәйем иҫән булһын, барыбыҙ ҙа һау – сәләмәт булайыҡ, тип теләйем. Рәхмәт әйтәм һәр тыуған көнгә. Әсәйем шулай ҡуша һәм өйрәтә. Һәр баланың ата-әсәһе булһын, балаларҙың йәшәгән йорттары күңелле һәм шат тауыштарға күмелһен ине!
Атайым тимер юлында ут һүндереүсе булып эшләй. Уны эшендә хөрмәт итәләр, Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап. Ул ағайымды эшкә өйрәтеп:” Эшләгәнең минең өсөн, өйрәнгәнең – үҙең өсөн!” – тип әйтә. Атайым – әсәйемдең уң ҡулы, тәмле итеп аштар ҙа бешерә, өй эштәрендә лә ярҙам итә. Тәртип ярата, беҙҙән дә шуны талап итә. Мине бушаған ваҡыттарында мәктәптән алып ҡайта. Барыбыҙ ҙа өйҙә булған мәлдәрҙе яратам, атайым йәки әсәйем өйҙә булмаһа, күңелһеҙ, хатта өй һыуыҡ кеүек тойола.
Мин атайымды яратам”, – тип яҙа ул.