

"Минең атайым исеме – Ирназар. Ул Әбйәлил районы Ишкилде ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта беҙ ғаиләбеҙ менән район үҙәгендә йәшәйбеҙ. Атайым табип һөнәрен һайлаған һәм һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Уның ҡулы бик оҫта. Үҙебеҙгә яңы йорт төҙөнөк. Беҙ атайымды яратабыҙ. Ул гел беҙгә үҙенең төрлө кәңәштәрен бирә һәм уҡыуыбыҙҙа ярҙам итә. Атайыбыҙ беҙҙең – таянысыбыҙ. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ", – тип яҙып ебәргән.