+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
23 Февраля 2022, 05:30

Атайым менән ғорурланабыҙ

Минең атайым –  Фидәнис Радик улы. Ул матур тәбиғәтле Салауат районы Иҙелбай ауылында тыуған, ғаиләлә – тәүге бала. Минең әсәйем Ләйсән менән 2009 йылда өйләнешкәндәр, беҙгә, дүрт балаға, ғүмер бүләк иткәндәр. Атайым – беҙгә ҙур терәк һәм таяныс.  Ул үҙенең йылы һүҙҙәре, яҡшы кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итә. Атайым ҡул эштәренә лә бик оҫта.

Атайым менән ғорурланабыҙАтайым менән ғорурланабыҙ
Атайым менән ғорурланабыҙ

Төрлө материалдан матур итеп сәскәләр, һеңлеләремдең сәстәренә төрлө сәс ҡыҫтырғыстар эшләй, балсыҡтан төрлө хайуандарҙы һынландыра, тәбиғәт күренештәрен һүрәткә төшөрә. Барыһы ла бик матур!

 Ул һаулыҡтары сикләнгәндәр араһында уҙғарылған төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә. Беҙ атайыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, уның менән ғорурланабыҙ. Атайымды Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ бәхетлебеҙ һинең менән, атай!

Эмиль Йәғләмүнов, V синыф уҡыусыһы.

Салауат районы, Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл  мәктәбе.

#АтайымТаянысымКонкурсы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас