

"Минең атайымдың исеме – Вилүр. Ул – бик тырыш, эшһөйәр һәм яҡшы кеше. Бөгөнгө көндә алыҫ Себер яҡтарында эшләй ул. Беҙ яҡшы, етеш йәшәһен өсөн тырыша бит ҡәҙерлебеҙ. Уны барыбыҙ ҙа яратабыҙ, эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Атайымды Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ, эшендә имен-һау ғына йөрөп, тиҙерәк беҙҙең янға ҡайтыуын теләйбеҙ! Байрамың менән, атай!" – тип яҙа.