

"Атай, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!
Минең атайымдың исеме – Хәлил. Ул яңыраҡ шифаханала ятты. Мин уны ныҡ һағындым. Атайым өйҙә булмағас, беҙгә бик күңелһеҙ булды. Ҡайтҡанда беҙгә күстәнәскә торт алған ине. Ә мин:”Иң мөһиме, атай ҡайтты өйгә, мин ул матур тортты ашамаҫҡа ла риза", – тинем. "Эйе, улым, бик дөрөҫ әйтәһең", – тип әсәйем баштан һыйпап ҡуйҙы. Әле өйҙә шул хәтлем рәхәт, күңелем тыныс, сөнки ҡәҙерле атайыбыҙ янда!".