+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
24 Февраля 2022, 10:43

Илһөйәрлек конкурс-фестивале башлана

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙе һаҡлаусыларға арналған "Минең ҙур яуҙағы геройҙарым" халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланған. Унда 6 - 18 йәштәгеләр ҡатнаша ала.

Илһөйәрлек конкурс-фестивале башланаИлһөйәрлек конкурс-фестивале башлана
Илһөйәрлек конкурс-фестивале башлана

Сараны Оксана Фёдорованың "Изгелек ҡылырға ашыҡ" фонды, Еңеү музейы, Рәсәй почтаһы, Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте ойоштора. 

Быйылғы конкурс дүрт номинация буйынса үтәсәк: "Һүрәт", "Поэзия", "Видеоролик/Видеорепортаж" һәм "Йыр". Эштәр www.detigeroi.ru  сайтында 2022 йылдың 25 мартына тиклем ҡабул ителә.  

 "Һүрәт" номинацияһы буйынса килгән бөтә рәсемдәр Еңеү музейы сайтында урынлаштырылып, тауыш биреү ойоштороласаҡ. Еңеүселәргә махсус бүләктәр тапшырыласаҡ. 

Конкурс еңеүселәре 11 апрелдә иғлан ителәсәк. Ә бүләкләү тантанаһы 23 апрелгә планлаштырылған.

Һуғыш еле теймәгән бер ғаилә лә юҡтыр. Олатай-өләсәйҙәр, яҡташ геройҙар, батырҙар исемен йөрөткән урамдар, музейҙар һәм башҡаларҙы тема итеп алырға мөмкин. Илһөйәрлек конкурс-фестиваленән ситтә ҡалмайыҡ.

Фото: www.detigeroi.ru 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас