+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
24 Февраль 2022, 10:45

Ҡотлайбыҙ, хөрмәтле атайҙар!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә атайҙарға арналған  "АТАЙЫМ – ТАЯНЫСЫМ" конкурсы еңеүселәрен иғлан итәбеҙ.

Шулай итеп, I урын – ДАНИЛ ЙӘНБИРҘИН, Ишембай ҡалаһы (мәҡәлә авторы, улы – Юлай Йәнбирҙин, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге  2-се башҡорт интернат-гимназияһы), II урынды БУЛАТ АБЗАЛОВ, Белорет, Инйәр (ҡыҙы – Ынйы Абзалова, 2-се мәктәп ) алһа, ә  III урынды ВӘҒИЗ ҠЫРЫМСУРИН, Өфө (улы – Арыҫлан Ҡырымсурин, 161-се лицей) яуланы. Шулай уҡ дәртләндереү призына ТАҢАТАР СӘЙЕТҒӘЛИН, Әбйәлил, Асҡар (улы – Рифат Сәйетғәлин,  Таһир Күсимов исемендәге гимназия) лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ. Еңеүсе атайҙарға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы тапшыраласаҡ.

Ҡотлайбыҙ, хөрмәтле атайҙар!
Ҡотлайбыҙ, хөрмәтле атайҙар!
Ҡотлайбыҙ, хөрмәтле атайҙар!
Ҡотлайбыҙ, хөрмәтле атайҙар!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас