+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
27 Февраля 2022, 17:54

Гран-при - Күгәрсендән Хөснуллиндарға

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсы  быйыл икенсе тапҡыр үткәрелде. Сара Стәрлетамаҡ ҡалаһында башланып киткән "Етегән" башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторола. Бөгөн "Башҡортостан" концерт залында быйылғы бәйгенең финалы үтте һәм еңеүселәр билдәләнде.

Гран-при -  Күгәрсендән ХөснуллиндарғаГран-при -  Күгәрсендән Хөснуллиндарға
Гран-при - Күгәрсендән Хөснуллиндарға

Шуныһы ҡыуаныслы, конкурста күрше өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар булды. Ә Ҡурған өлкәһенән Ғәлиевтар һәм Ханты-Манси округынан Ҡәйепҡоловтар финалға сыҡты. Бәйгенең йомғаҡлау этабында шулай уҡ республиканың 23 төбәгенән башҡорт ғаиләләре  ҡатнашты. 

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022" асыҡ республика конкурсында Гран-приға Күгәрсен районынан Гөлгөнә һәм Урал Хөснуллиндар ғаиләһе лайыҡ булды. Еңеүселәргә 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырылды. Был матур, рухлы ғаилә Дилә исемле ҡыҙ һәм Ирхан исемле ул тәрбиәләп үҫтерә.

Финалда ҡатнашҡан өлгөлө башҡорт ғаиләләре “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә ижады” номинацияларында, шулай уҡ  “Бейеүсе ғаилә”, “Моңло ғаилә”, “Һәләтле ғаилә”, “Мираҫлы ғаилә”, “Егәрле ғаилә”, “Маһир ғаилә”, “Татыу ғаилә” кеүек номинацияларҙа билдәләнде. Бөтә лауреаттар ҙа Мәҙәниәт министрлығының дипломдарына һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. 

Әйткәндәй, был күркәм сара 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө алдынан уҙҙы. 

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.

 

Гран-при -  Күгәрсендән Хөснуллиндарға
Гран-при - Күгәрсендән Хөснуллиндарға
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас