+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
3 Марта 2022, 09:40

Ҡотлайбыҙ, Дилә Әҙеһәм ҡыҙы!

“Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Ҡотлайбыҙ, Дилә Әҙеһәм ҡыҙы!Ҡотлайбыҙ, Дилә Әҙеһәм ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Дилә Әҙеһәм ҡыҙы!

Байрам ҡунаҡтарын һәм еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләгәйне. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, әүҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилә Әҙеһәм ҡыҙы Исхаҡованың булыуы һөйөндөрҙө. Ул Баймаҡ районы Түбә мәктәбендә балаларға төплө белем бирә.  Шулай уҡ беҙҙең гәзитебеҙҙе таратыуҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Ҡотлайбыҙ, Дилә Әҙеһәм ҡыҙы! Һеҙгә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас