+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
9 Марта 2022, 08:15

Еңеүселәр билдәләнде

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана һәм Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы "Башҡорт батырҙары" тигән һүрәттәр конкурсы ойошторғайны. Бәйге тыуған ергә һөйөү, батырҙарыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһон тәрбиәләүҙе, шулай уҡ һәләтле балаларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйғайны.  Конкурс Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов, Даян Мурзин һәм Вафа Әхмәҙуллин кеүек тарихи шәхестәргә арналды. 

Еңеүселәр билдәләндеЕңеүселәр билдәләнде
Еңеүселәр билдәләнде

Барлығы 218 эш ҡабул ителһә, шуларҙың 147-һе Салауат Юлаевҡа арналған ине. "Салауат Юлаев - беҙҙең герой", "Шайморатов генерал", "Партизан отрядтары командирҙары  Даян Мурзин һәм Вафа Әхмәҙуллин" тигән номинациялар буйынса еңеүселәр исемлеге менән  ошо һылтанма - http://www.bashnl.ru/Победители%20Конкурса%20определены%20в%20номинациях.pdf  аша үтеп  таныша алаһығыҙ. 

Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылған "Тере китап: Башҡортостан - батырҙар иле" проекты буйынса ойошторолған был конкурс еңеүселәре тыуҙырған образдар  Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов, Даян Мурзин һәм Вафа Әхмәҙуллинға арналған өс  комикстар китабы сығарыуҙа ҡулланыласаҡ. Шулай итеп, уҡыусылар башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сығасаҡ баҫмаларҙың авторҙаштары буласаҡ. 

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы, конкурстың шарттарына ярашлы, Республика көнөнә тәғәйенләнгән. 

Фото: интернеттан.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас