+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
9 Март 2022, 07:00

"Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар" бәйгеһе

"Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды эйәр, йүгән, нуҡта, ышлыя, ҡамыт, дуға, ыңғырсаҡ, дилбегә эшләү буйынса "Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар" исемле видеоконкурс иғлан итә.

"Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар" бәйгеһе"Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар" бәйгеһе
"Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар" бәйгеһе

Конкурстың маҡсаты: ат кәрәк-яраҡтары эшләү буйынса халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, уларға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, был йүнәлештә эшләүсе оҫталарҙы асыҡлау.

Конкурсҡа июнь айында Баймаҡ районында үтәсәк "Башҡорт аты" республика фестивалендә йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнәсәк.

Бәйге шарттарына ярашлы, ат кәрәк-яраҡтары яһау менән шөғөлләнеүселәр эшләү барышын видеоға төшөрөп,уны ("Ирәндек" фонды конкурсында ҡатнашам, тип әйтергә) "Лошадники Зауралья" чатына йәки "Бәйләнештә" селтәрендәге "Ирәндек" фонды" сәхифәһенә һалырға тейеш.

Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙе һәр райондан һайланған жюри ағзалары баһалаясаҡ.

Әйҙәгеҙ, бәйгелә әүҙем ҡатнашайыҡ, халыҡ кәсебен тергеҙеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, йәш быуынға еткерәйек, милләттәштәр!

Ойоштороу комитеты.

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас