

Унда Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан - барлығы 75 уҡытыусы үҙ көсөн һынаясаҡ. Уларҙың унауһы финалда –"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән матбуғат конференцияһы"нда ла ҡатнашасаҡ.
Конкурстың ойоштороу комитеты матбуғат конференцияһы алдынан "Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!" акцияһын иғлан итә.
Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы һәр кем: уҡыусы, уҡытыусы, атай-әсәйҙәр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – кемдәр теләй, барыһы ла бирә ала.
Бының өсөн һорауығыҙҙы видеоға яҙҙырыуығыҙ һәм rsentr@inbox.ru электрон почтаһына ебәреүегеҙ һорала.
Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән матбуғат конференцияһы"нда яңғыраясаҡ.