+15 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бәйгеләр
16 Марта 2022, 05:16

"Тыныслыҡ һағында" ижади конкурсы үтә

9 марттан 8 апрелгә тиклем "Тыныслыҡ һағында" тигән Бөтә Рәсәй ижади конкурсы уҙа. Уны "Йәш армеецтар" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте Рәсәй Мәғариф министрлығы ярҙамында ойоштора. 

"Тыныслыҡ һағында" ижади конкурсы үтә"Тыныслыҡ һағында" ижади конкурсы үтә
"Тыныслыҡ һағында" ижади конкурсы үтә

8 - 17 йәштәге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашырға саҡырыла. Конкурстың номинациялары: "Һүрәт", "Плакат", "Шиғырҙар", "Йырҙар", "Видеоролик". Эшеңде "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге диуарыңа ҡуйып, #НаЗащитеМира #Юнармия тип билдәләргә кәрәк. 

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризалар 8 апрелгә тиклем  metod@yunarmy.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Конкурс шарттары менән ентекләберәк танышыу өсөн һылтанма: https://yunarmy.ru/upload/iblock/1bf/Polozhenie.pdf 

Урындар төрлө йәштәгеләр араһында айырым билдәләнәсәк. 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас