+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
17 Март 2022, 10:58

Сценарийҙар конкурсы иғлан ителә

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы ошо райондан сыҡҡан күренекле шағирә, драматург, тәржемәсе, журналист Лилиә Ҡәйепова менән берлектә сценарийҙар конкурсы иғлан итә. Лилиә Һаҡмарға быйыл көҙ 60 йәш туласаҡ. Әлеге сара ла уның юбилейы, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы айҡанлы үтә. Конкурста республиканың бүтән район-ҡалаларынан да өлкән ижадсылар ҡатнаша ала. 

Сценарийҙар конкурсы иғлан ителәСценарийҙар конкурсы иғлан ителә
Сценарийҙар конкурсы иғлан ителә

 “Борон-борон заманда” (башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса мәктәпкәсә йәштәге балалар, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн сара сценарийы),  “Шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ”, “Атайсалым – берҙән-берем”, 
“Йолаларыбыҙҙа - асылыбыҙ” тигән номинациялар бар. 
Конкурс эштәрен 2022 йылдың 1 апреленән 1 сентябренә тиклем Baymakread@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Һорауҙарығыҙ булһа, 3-16-74 (Баймаҡ үҙәк китапханаһы), 89374912061 (Лилиә Ҡәйепова) телефондарына шылтыратып белешә алаһығыҙ.

Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас