+9 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
18 Марта 2022, 08:10

"Беренсе" саҡыра!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы VI, VII, IX синыф уҡыусыларын "Беренсе" олимпиадаһына саҡыра. 

"Беренсе" саҡыра!"Беренсе" саҡыра!
"Беренсе" саҡыра!

Унда бәйгенең ситтән тороп үткәрелгән этабында ҡатнашҡан балаларҙан тыш, бүтәндәр ҙә килә ала, тик бының өсөн гимназия сайтында ғариза бирергә кәрәк.

Олимпиада 28 - 31 мартта белем усағында уҙасаҡ. Адресы: Рәсәй урамы, 88. Уҡыусылар башҡорт теленән тәҡдим ителгән өс теманың береһенә инша яҙасаҡ. Урыҫ теленән иһә диктант һәм грамматик эштәрҙе үтәү ҡаралған. Тағы математиканан яҙма эш буласаҡ. Еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына уҡырға саҡырыла. 

Уҡыусыларҙы шулай уҡ ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашыу, олимпиада предметтары буйынса дәрестәр, спорт ярыштары, Өфө буйлап сәйәхәт көтә.

Тулыраҡ мәғлүмәт ошонда - http://brgi1.ru/roditelyam/priem-2021.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас