

Йыл һайын "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" исемле уҡ атыу буйынса бәйге уҙғарыла. Был юлы йәш мәргәндәрҙең ихлас ҡатнашыуы айырыуса, ҡыуаныслы күренеш булған. Быйыл мәктәп уҡыусылары күп ҡатнашҡан икән. Бынан тыш, арҡан тартыш, ағастан юнып эшләнгән ауыр суҡмар менән "таш" ярыу, суҡмар бәреү һәм башҡа спорт уйындары ла ойошторолған. Был бәйгенән хәйбуллалар бик ҡәнәғәт ҡалып, киләһе йылда ла ҡатнашырға ниәтләп ҡайтҡандар. Афариндар!
Мәғлүмәт һәм фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" сайтынан.