+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
18 Март 2022, 05:50

"Йәншишмә" призына

Күмертауҙар был юлы ла һынатманы. Республика кимәлендәге саңғы ярыштарын ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәрҙеләр. Әйткәндәй, бишенсе йыл рәттән үҙҙәрендә йәш спортсыларҙы ҡабул иттеләр. Быйыл уҙыштарҙа 13 команда, барлығы 130 уҡыусы көс һынашты.

"Йәншишмә" призына"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына

Беҙҙең быйылғы саңғы ярыштарыбыҙ Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй беренселеге һәм кубок өсөн алыш барған ваҡытҡа тура килде. Шуныһы менән иҫтәлекле булды ул. Ни тиһәң дә, «Йәншишмә» призына үткәрелгән уҙыштарҙа ҡатнашыусы йәш саңғысыларҙың күптәре аҙаҡ үҙҙәрен биатлонда ла һынап ҡарай. Улар араһында илебеҙгә, донъяға билдәле булып киткәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Максим Чудов, Ольга Вилухиналар.

Ә Күмертауға райондарында, ҡалаларында еңеү яулаған, республика саңғы уҙыштарында ла уңышҡа ирешкән иң-иңдәр йыйылғайны. Улар классик һәм ирекле йөрөштәрҙә 1, 2, 3 саҡрым араға етеҙлектә көс һынашты.
– Беҙ Нуримандан килдек, – тип таныштырҙы командаһы менән тренер Фәнис Нуриман улы Ноғоманов. – Саңғысыларыбыҙ Павловканан, Ҡыҙыл Шишмәнән. Ныҡлы ғына әҙерләндек. Ҡыҙҙарҙан Настя Якимович, Самира Әғзәмова, Полина Жеребцовалар, ә малай­ҙарҙан Тимур Сәйфетдинов миҙалға дәғүә итә.
Туймазынан күптәнге танышыбыҙ, 40 йыл ғүмерен спорт­ҡа, физкультураға арнаған Григорий Васильевич Каптелининды ла осраттыҡ.
– Пенсияла булһам да, һаман эшләп йөрөйөм. Балаларҙан айырылғым килмәй, – ти ул.
Һоҡланғыс кеше инде Григорий Васильевич. 1977 йылдан алып гәзитебеҙ призына үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашалар. Командаһы менән беренсе булғандары бар, ә шәхси беренселектә Татьяна Башмакова бер нисә тапҡыр еңеп сыҡҡайны.
Ҡыйғыларҙы тренер-уҡытыу­сы Ирина Нуриман ҡыҙы Вәхитова килтергәйне.
– Алыҫ, тип торманыҡ, ярышта ҡатнашырға булдыҡ. Үҙеңде иң-иңдәр араһында һынарға кәрәк. Шунһыҙ йәш спортсы өсөн үҫеш булмай, – тип белдерҙе ул.
– Саңғылар, башҡа кәрәк-яраҡтар етәме? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Бөтә нәмәбеҙ ҙә бар. Район етәкселеге ярҙам итә. Транспорт бирәләр, ярыштарға ебәреп торалар, – тине Ирина Нуриман ҡыҙы.
Бына бит нисек! Ҡыйғы районы хакимиәтенә беҙ ҙә рәхмәт әйтәбеҙ.
Быйылғы ярыштар ҙа ике көн буйы барҙы. Беренсеһендә классик йөрөш буйынса ике йәш төркөмөндә еңеүсене асыҡланылар. Иртәгеһенә – ирекле йөрөш буйынса. Старт­ҡа 130 йәш саңғысы баҫты.
Ярыш урыны шау-гөр килде. Күңелле көй яңғырай. Спортсылар бер-береһен дәртләндерә, тренерҙар тегеләй-былай йүгерешә, командалар би­рә. Ҡарап тороуҙары ҡыҙыҡ! Хатта балалар менән бергә үҙең дә ярышҡан кеүек булаһың!
Быйылғы саңғы уҙыштарында күмертауҙар һоҡландырҙы. Улар шәхси беренселектә 4 алтын, 4 көмөш миҙал яуланы. Шуға ла командаларының кесе һәм оло төркөмдә лә чемпион булыуҙары бер ҙә осраҡлы түгел. Бигерәк тә Александра Рябова, Диана Рахманғолова, Юлия Жила, Илья Михелев, Рафаэль Тунниковтар маҡтауға лайыҡ.
Ҡыйғылар, ҡалтасылар, туймазылар, стәрлетамаҡтар ҙа һынатманы. Уларҙың командалары ла призлы урындар яуланы.
Бүләкләү тантанаһында еңеү­селәрҙең һәм уларҙың тре­нерҙарының шат йөҙҙәрен күреү беҙҙең өсөн иң матур, иҫтәлекле мәл булды. Йәш саңғысыларҙы:
– Киләһе йыл тағы ла осраш­ҡанға тиклем! Спортты яратығыҙ, иҫән-һау булығыҙ! – тип оҙатып ҡалдыҡ.
Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының, «Йәншишмә» гәзитенең Почёт грамоталары, редакцияның кубоктары, миҙалдары тапшырылды.
Ә Күмертауҙан Захар Егоров менән Ғафуриҙан Амалия Алтынбаева «Иң йәш ҡатнашыу­сы» призын алып һөйөндө.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
"Йәншишмә" призына
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас