+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
19 Март 2022, 08:50

Хәйбуллала – “Үҫәргән батыры”!

Милли йолалаларҙы тергеҙеү, йәштәрҙе сәләмәт, рухи тормошҡа ылыҡтырыу, берләштереү маҡсатында "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы  беренсе тапҡыр "Үҫәргән батыры" исемле район бәйгеһен ойошторҙо.

Хәйбуллала – “Үҫәргән батыры”!Хәйбуллала – “Үҫәргән батыры”!
Хәйбуллала – “Үҫәргән батыры”!

 Бәйгелә райондың төрлө ауылдарынан  ун ике егет ҡатнашты. Ярышыусылар бөгөнгө көндә онотола барған, ләкин яңынан тергеҙелгән милли уйындар: сыбыртҡы шартлатыуҙа, сәпте сыбыртҡы менән һуғып төшөрөүҙә, йәйәнән уҡ атыуҙа һәм алыҫлыҡҡа суҡмар һәм һөңгө ырғытыуҙа, тиҙлеккә атты егеп, туғарыуҙа көс һынашты. Бик ҡыҙыу һәм сәмле барған ярышта башҡорттар менән бергә башҡа милләт егеттәренең дә ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Бәйгене күҙәтергә килгән Вәзәм һәм Әбеш ауылының дәртле егеттәре лә ике командаға бүленеп, үҙ-ара заманса көс һынашты. Ауыл уртаһындағы майҙан гөрләп торҙо. Ярыш, ысынлап та, бик тамашалы булды. Көндәлек тормошта егеттәрҙең күбеһе был шөғөлдәр менән булышмаһа ла, юғалып ҡалманы. Һөҙөмтәлә, дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса Иҫәнгилде ауылынан Нур Күсербаев "Үҫәргән батыры" исеменә лайыҡ булһа, II урынды еңеүсенән саҡ ҡына ҡалышып, Бәләкәй Арыҫланғол ауылының бөтмөр егеттәренең береһе – Илфир Мөхәмәтйәров яуланы. III урынды Урыҫбай ауылынан Динар Игебаев алды. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дәртләнеп, киләһе йылда уҙасаҡ бәйгелә осрашырға һүҙ ҡуйышып,  ихлас таралышты. Беренсе тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, бәйге, ысынлап та, бик матур уҙҙы.   Киләсәктә йыл һайын ойоштороп, Үҫәргән батырҙарының иң аҫылдарын артабан да билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы ойоштороусылар. Афарин, Хәйбулла егеттәре!

 
Мәғлүмәт һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

Ярыштан бөтә фотолар: https://vk.com/album-207714147_282197043

Хәйбуллала – “Үҫәргән батыры”!
Хәйбуллала – “Үҫәргән батыры”!
Хәйбуллала – “Үҫәргән батыры”!
Хәйбуллала – “Үҫәргән батыры”!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас