+13 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бәйгеләр
20 Марта 2022, 09:35

"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы

Салауат районы Арҡауыл мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Марс ҡыҙы Иҙрисова:

"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы
"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы

"Лағыр ауылында "Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы сиктәрендә ойошторолған "Йәш сәсәндәр кисәһе" үтте. Был фәһемле, мәртәбәле сарала беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Беҙҙең телһөйәр егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ Байыҡ Айҙар исемендәге йәш сәсәндәр мәктәбен презентацияланы. А. Мөхөтдинова  "Урал батыр" эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерҙе. Д. Ханнанова, С. Хажипова,   А. Хажипов эпос йөкмәткеһе буйынса ойошторолған викторина-уйында ҡатнашты. Улар һорауҙарға дөрөҫ яуаптар биреп, эпосты яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Афарин!
Сарала ҡатнашыусы һәр команда, етәкселәр Рәхмәт хаттары, китаптар менән бүләкләнде.
Ошо кисәне ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ", – ти.

"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы
"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы
"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы
"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы
"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы
"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы
"Башҡорт ҡобайыры" аҙналығы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас