

Бына әле ошо көндәрҙә Ғибәҙулла Фазулла улы Юлгилдингә 80 йәш тулыр ине... Ул 1942 йылдың 5 мартында ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуа. Улының яҡты донъяға ауаз һалғанын һуғышҡа алынған атаһы белмәй ҙә, был мәлдә хәбәрһеҙ юғалған була. Дүрт бала менән әсәһе Ғәйшә Әхмәтшәрәф ҡыҙы тол ҡала.
Бала сағы һуғыш йылдарына, унан һуңғы ауыр саҡтарға тура килгән Ғибәҙулла көслө рухлы, түҙемле, сыҙамлы, эшкә әрһеҙ булып үҫә. Ауылдағы мәктәпте тамамлағас, Йылайыр совхоз-техникумында, Күмертау педагогия техникумында белем ала. Ҡайтҡас, туған мәктәбенә эшкә килә.
Өфөгә белемен камиллаштырыу курсына барғанда Әбйәлил районы ҡыҙы Лариса менән танышып, 1976 йылда өйләнешәләр. Улар дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биреп үҫтерә.
Ғибәҙулла Фазулла улы – мәғариф ветераны, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған педагог. Мәктәптә оҙаҡ йылдар хәрби әҙерлек дәрестәрен алып барып, капитан дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән. «Юғары белемем булһа, майорҙы ла бирерҙәр ине», – тип үкенә торғайны.
Һоҡланғыс кеше ине үҙе. Ябай уҡытыусы ғына түгел, агитатор, депутат, политинформатор, оҫта бейеүсе, төп ролдәрҙе башҡарыусы үҙешмәкәр артист, партком секретары... Йәй һайын «Аҡсарлаҡ» ял һәм хеҙмәт лагеры начальнигы булған.
– Беҙ, балалары, уның бер минут та тик ултырғанын күрмәй инек. Тынғыһыҙ кеше булды. Яҙ етһә, ағас ултыртыуға уҡыусыларҙы ойоштороп алып бара, көҙгөһөн колхоз баҫыуында сөгөлдөр, картуф йыйырға сығалар, йәйгеһен мәктәпкә утын әҙерләйҙәр, – тип хәтерләй ҡыҙҙары Зинүә менән Рәсилә.
Улар атайҙарының 80 йыллығына арнап мәктәптә спорт ярышы үткәрергә тәҡдим иткәйне. Беҙ ихлас риза булдыҡ. Ғибәҙулла Фазулла улы уйнарға яратҡан шахмат буйынса турнир ойошторолдо, ә ҡыҙҙары бағымсы булып ярҙам итте.
Шахмат бәйгеһендә 12 уҡыусы көс һынашты. Ҡыҙҙар араһында Алтынай Азаматова – беренсе, Ләйсән Мәхмүтова – икенсе, ә Миләүшә Иҫәнғолова өсөнсө булды. Егеттәрҙән Динар Хәлиуллин еңеп сыҡты. Икенсе урында – Рамаҙан Йәғәфәров, ә Инйәр Йортбәков өсөнсө урын яуланы.
Еңеүселәргә мәктәп директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы Моталлапова, Ғибәҙулла Фазулла улының ҡыҙҙары бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар тапшырҙы.
Әлфирә АЗАМАТОВА,
мәктәп директоры урынбаҫары.
Баймаҡ районы.