+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
20 Марта 2022, 13:45

Иң-иң башҡорт теле уҡытыусыһы кем булыр?

 "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022"  төбәк-ара  конкурсы тамамланды. Март башынан алып республикабыҙҙың, күрше төбәктәрҙең иң алдынғы педагогтары төрлө турҙарҙа үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Иң-иң башҡорт теле уҡытыусыһы кем булыр?Иң-иң башҡорт теле уҡытыусыһы кем булыр?
Иң-иң башҡорт теле уҡытыусыһы кем булыр?

 Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина етәкселегендәге баһалама комиссияһы уҡытыусыларҙың һәр эшен ентекле тикшереп, баһалап барҙы.
Тәүәккәлләп, оло ярыш майҙанына сыҡҡан һәр уҡытыусы оло ихтирамға лайыҡ!  22 мартта "Торатау" Конгресс-холл залында  тантаналы ябыу сараһы үтәсәк. Еңеүсе һәм лауреаттарҙың исеме  шунда билдәле буласаҡ.

Фото: МИЛЛИ МӘҒАРИФ БУЙЫНСА РЕСУРС ҮҘӘГЕ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас