

Ошо дәүер эсендә башҡорт КВН-ы аша бик күп йәш милләттәштәребеҙ үтте, улар тәүге тапҡыр баш ҡала сәхнәһенә сығып, артабан һәләттәрен арттырыр өсөн тәжрибә тупланы.
22 мартта Өфөнөң мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә «Шаяниум» конкурсының финалы булды. Унда ҡатнашыусы командалар составында кескәй генә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың да күп булыуы өмөт уята. Тимәк ҡала ерендә тыуған телебеҙҙә бик матур һөйләшкән балалар күбәйә, ғаиләләрендә лә башҡортса ғына аралашалар, оҫта итеп шаярта ла беләләр! «Шаяниум»дың төп маҡсаттарының береһе лә үҫеп килеүсе быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләү түгелме ни?!
Быйыл уйында бөтәһе 32 команда ҡатнашҡан. Ярымфиналға ҡаланың район этаптарында уңышлы сығыш яһаған 16-һы сыҡҡан, 9-ы иһә финалда ярышты. Уларҙың сығыштарын милләтебеҙҙең алдынғы ҡарашлы танылған шәхестәренән торған абруйлы комиссия баһаланы. Уйындың девизы – “Ғүмер ҡыҫҡа – уҙғарма бушҡа».
«Шаяниум»дың еңеүселәре кемдәр, тиһегеҙме?
III урынға өс команда лайыҡ булды: 122-се башҡорт гимназияһының «Ша-шу-ша», Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының «Һупайлы дәрүиштәре» һәм 48-се башҡорт лицейының «Сәтәкәй+1» отҡорҙары һәм тапҡырҙары.
II урында – Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһынан «XX централ», Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейынан «Тағы ла 2».
I урында – 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһынан «Ҡырғаяҡтар».
Гран-при Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының «Кендектәр» командаһына тапшырылды.
Һәр йылдағыса «Иң яҡшы ҡыҙ роле» һәм «Иң яҡшы егет роле» еңеүселәре билдәләнде. Улар – «Тағы ла 2» командаһынан Ангелина Халиҡова һәм «Ша-шу-ша»нан Алсынбай Ғарифуллин.
«Иң берҙәм команда» номинацияһында – «Етегән+1», «Милли колорит» номинацияһында Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһынан «Ығы-зығы» бүләкләнде.
Урыҫ мәктәптәренән дә командалар ҡатнашыуы ҡыуандыра. 4-се мәктәптең «Затонград»ы былтыр «Йыл асышы» номинацияһына лайыҡ булғайны, быйылғы «Шаяниум»да ла улар лайыҡлы сығыш яһаны. 113-сө мәктәптең «Искәндәр бабай», Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияның «Мариин билмәндәре», 45-се мәктәптең «15 минуттан» командаларын да маҡтап телгә алып үтке килә.
«Шаяниум»да ҡатнашҡан, балаларҙы еңеүгә дәртләндергән, конкурсҡа әҙерләгән һәр кемгә «афарин» тибеҙ.