+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
28 Март 2022, 11:15

"Артек"ка кемдәр барыр?

29 мартта Өфөнөң Мәғарифты үҫтереү институтында "Тере классика" Бөтә Рәсәй шиғыр һөйләүселәр конкурсының төбәк этабы үтә. Еңеүселәр "Артек"ка барып, ил кимәлендәге киң күләмле әҙәбиәт бәйгеһендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

"Артек"ка кемдәр барыр?"Артек"ка кемдәр барыр?
"Артек"ка кемдәр барыр?

Был конкурста мәктәп, район, ҡала кимәлендә бер нисә этап үтеп, еңеүсе булған 10-17 йәшлек мәктәп уҡыусылары көс һынаша, улар үҙҙәренең яратҡан проза әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыясаҡ. Араларынан өс еңеүсегә төп приз -  Халыҡ-ара балалар үҙәге "Артек"ка юлламма тапшырыласаҡ. Бәйгеселәрҙең ниндәй әҫәр һайлауын, башҡарыу кимәлен, үҙҙәрен сәхнәлә нисек тотошон, актёрлыҡ һәләтен әҙәбиәт, театр, мәғариф өлкәһендәге эксперттарҙан торған жюри ағзалары баһалай.

Фото:https://api.rbsmi.ru/attachments/804c2516

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас