

Бәйге өсөнсө йыл инде Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тәҡдиме менән 2019 йылдан бирле ойошторола. Уҡыусылар һәм йәштәр араһында театр сәнғәтен үҫтереү, үҙешмәкәр коллективтарға ярҙам итеү маҡсат итеп ҡуйылған.
Әлеге фестивалдә бөтәһе 14 төбәктән берәр балалар һәм йәштәр театр студияһы финалға сыҡты. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса "Иң яҡшы балалар спектакле" номинацияһында Салауаттан "Арлекин" студияһы II урын яуланы. Ҡуйыусы-режиссеры — Радик Ғәлиуллин.
"Иң яҡшы йәштәр театры" номинацияһында иһә Башҡорт дәүләт университетының "Осҡон" халыҡ театр студияһы III урын алды. Шулай уҡ иң шәп режиссер, актерҙар ҙа билдәләнде.
Бүләкләү тантанаһы апрелдә Удмурт республикаһында уҙасаҡ. Билдәле булыуынса, I, II, III урындарҙы яулаған коллективтарға яңы спектакль ҡуйыу өсөн 200, 150, 100 мең һум күләмендә гранттар тапшырыла.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.