+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Март 2022, 14:55

Регина Хужина - иң гүзәле!

Өфө ҡалаһынан 10 йәшлек Регина Хужина Мәскәүҙә үткән "Russian Beauty 2022" Матурлыҡ, мода һәм талант милли фестивалендә ҡатнашып, Гран-при яулаған! Хәҙер ул Башҡортостаныбыҙ ғына түгел, Рәсәйҙең данын донъя кимәлендә яҡлаясаҡ.

Регина Хужина - иң гүзәле!
Регина Хужина - иң гүзәле!

Регина Хужина - Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Быға тиклем "Башҡортостан гүзәле", "Ҡарһылыуҡай", "Miss&Mister Effulgence – Мисс һәм Мистер Балҡыш" халыҡ-ара конкурстарында Гран-при, "Мисс Останкино" һәм башҡа матурлыҡ конкурстарында еңеүҙәр яйларға өлгөргән һылыу башҡорт ҡыҙының исеме күптәрегеҙгә таныштыр ҙа әле. Бәләкәйҙән йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ ҡыҙ биш йәшенән Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең Балалар бейеү студияһында шөғөлләнә. "Һомай" студияһына ла теләп йөрөй, моделлинг серҙәренә төшөнә, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡарай. Инглиз телен ныҡлап өйрәнә, уҡыуҙа ла һынатмай.

Уңған, тырыш, һәләтле Регина Хужинаны ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Фото:https://api.rbsmi.ru/attachm

 

Регина Хужина - иң гүзәле!
Регина Хужина - иң гүзәле!
Регина Хужина - иң гүзәле!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: