+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Март 2022, 10:44

"Ватан" конкурсында ҡатнашалар

4 - 22 апрелдә онлайн-форматта уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй "Ватан" конкурсы үтәсәк. Унда Башҡортостан уҡыусылары ла ҡатнаша.

"Ватан" конкурсында ҡатнашалар
"Ватан" конкурсында ҡатнашалар

 Уҙған уҡыу йылында республика этабында еңеүсе 22 уҡыусы әлеге ситтән тороп үткәрелгән Рәсәй конкурсында көсөн һынаған. Уларҙың етәүһе финалға сыҡҡан. Шулай итеп, Илеш, Миәкә, Шишмә, Туймазы, Ейәнсура, Дыуан райондарынан, Сибай ҡалаһынан яҡташтарыбыҙ тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эҙләнеү эштәрен яҡлап, "Яҡташтар", "Археология" кеүек төрлө номинацияла сығыш яһаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырырбыҙ. 

"Ватан" конкурсын Балалар-үҫмерҙәр  туризмы һәм тыуған яҡты өйрәнеү федераль үҙәге үткәрә.  

Фото: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: