+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
1 Апрель 2022, 15:35

Заманы ниндәй - көлкөһө лә шундай

ТикТок, «Макдональдс» ябылыуы, Өфөнө ҡар баҫыуы, һайлауҙың ни өсөн мәктәптә үтеүе... Шаяндар һәм отҡорҙар мәктәптә, өйҙә, йәмғиәттә, хатта донъяла булған һәр хәл-ваҡиғаға ҡарата юмор аша үҙ фекерен белдерә белә. Уйланырға ла мәжбүр итәләр, көлдөрөп тә туйҙыралар. Быйыл «Шаяниум» шаяндар һәм отҡорҙар ҡала конкурсы 20-се тапҡыр уҙҙы.

Заманы ниндәй - көлкөһө лә шундай
Заманы ниндәй - көлкөһө лә шундай

Ошо дәүер эсендә башҡорт КВН-ы аша бик күп йәш милләттәштәребеҙ үтте, улар тәүге тапҡыр баш ҡала сәхнәһенә сығып, артабан һәләттәрен арттырыр өсөн тәжрибә тупланы.
22 мартта Өфөнөң мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә «Шаяниум» конкурсының финалы булды. Унда ҡатнашыусы командалар составында кескәй генә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың да күп булыуы өмөт уята. Тимәк, ҡала ерендә туған телебеҙҙә бик матур һөйләшкән балалар күбәйә, ғаиләләрендә лә башҡортса ғына аралашалар, оҫта итеп шаярта ла беләләр! «Шаяниум»дың төп маҡсаттарының береһе үҫеп килеүсе быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләү түгелме ни?!
Быйыл уйында Өфөнән 32 ко­манда ҡатнашҡан. Ярымфинал­ға ҡаланың район этапта­рын­да уңышлы сығыш яһаған 16-һы сыҡҡан, 9-ы иһә финал­да көс һынашты. Уларҙың сығыштарын милләтебеҙҙең алдынғы ҡарашлы танылған шәхестәренән торған абруйлы жюри ба­һаланы. Уйындың девизы – «Ғүмер ҡыҫҡа – уҙғарма буш­ҡа».
«Шаяниум»дың еңеүселәре кемдәр, тиһегеҙме?
III урынға өс команда лайыҡ булды: 122-се башҡорт гимназияһының «Ша-шу-ша», Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының «Һупайлы дәрүиштәре» һәм 48-се башҡорт лицейының «Сәтәкәй» отҡорҙары һәм тапҡыр­ҙары.
II урында – Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала баш­ҡорт гимназияһынан «XX централ», Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейынан «Тағы ла 2».
I урында – 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһынан «Ҡырғаяҡтар».
Гран-при Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының «Кендектәр» командаһына тапшырылды.
Һәр йылдағыса, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» һәм «Иң яҡшы ир-егет роле» номинациялары еңеүселәре лә билдәләнде. Улар – «Тағы ла 2» командаһынан Ангелина Халиҡова һәм «Ша-шу-ша»нан Алсынбай Ғарифуллин.
«Иң берҙәм команда» номинацияһында – «Етегән+1» (Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы), «Милли колорит»та Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһынан «Ығы-зығы» бүләкләнде.
Урыҫ мәктәптәренән дә командалар ҡатнашыуы ҡыуандыра. 4-се мәктәптең «Затонград»ы былтыр «Йыл асышы» номинацияһына лайыҡ бул­ғайны, быйылғы «Шаяниум»­да ла һынатманы улар: уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр араһында I урын алдылар. 113-сө мәктәптең «Искәндәр бабай», Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияның «Мариин билмәндәре», 45-се мәктәптең «15 минуттан» командаларын да маҡтап телгә алып үтке килә. Хәйер, «Шаяниум»­да ҡатнашҡан, балаларҙы еңеүгә дәртләндергән, конкурсҡа әҙерләгән һәр кемгә: «Афарин!» – тип әйтергә була.
– «Шаяниум»да дүртенсе тап­ҡыр ҡатнаштым инде. Шул ваҡыт эсендә үҙемә күп дуҫтар таптым, хәбәрләшеп торабыҙ. Быйыл беҙгә конкурсҡа әҙерләнергә Вилдан ағай Фәйзуллин ярҙам итте, уға ҙур рәхмәт. Миниатюраларҙың ҡайһы бер­ҙәрен команда ағзалары үҙ тормоштарында булған ҡыҙыҡлы мәлдәрҙән алды. «Шаяниум»да минең өсөн иң мөһиме – ҡатнашыу, яңы кисерештәр алыу, яңы дуҫтар табыу, ә Гран-при икенсе планда ине. Сәхнәлә сығыш яһағанда тамашасылар­ҙан шундай көслө энергия һәм илһам алаһың! – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Кендектәр» командаһы капитаны Шайморат Ҡарасов.
Ул ҡурайҙа уйнай, инглиз теле курсында, кикбоксинг секцияһында шөғөлләнә икән. Быйылғы бәйгелә «Шаяниум»дың бағымсыларының береһе – «Күреү оҫтаһы» оптика селтәре етәксеһе Динар Шаһиевтың махсус призына лайыҡ булды. Гран-при алған Мос­тай Кәрим исемендәге 158-се баш­ҡорт гимназияһы командаһында шулай уҡ VIII синыфтан Тамерлан Юнысов, Салауат Иманғолов, етен­сенән Айгүзәл Мортаева, Наҙгөл Ҡолтаева һәм Зөлхизә Ҡорбанғолова уйнаны. Барыһы ла бөтә сара­ларҙа әүҙем ҡатна­шыуҙары, телһөйәр булыу­ҙары менән айырылып тора.
«Шаяниум»да ҡатнашҡан уҡыу­сылар киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшер, үҙҙәрен күрһәтер әле. Ана, бөгөн мультиинструменталист булып танылыу яулаған Заһир Зәйнетдинов та (Зәйнетдин) уҡыусы сағында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль тәрбиә биреү гимназияһынан «Ҡыҙыҡ мажор» командаһы капитаны бул­ғайны. Ә ҡасандыр «Ша-шу-ша» сос­тавында уйнаған Батыр Ғәлимов – хәҙер республикала киң танылған «E7E-media» видео яҙҙырыу студияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
– Мин дә 2002, 2003 йылдар­ҙа 122-се башҡорт гимназияһының «Ша-шу-ша» командаһында уйнаным. Ул ваҡытта «солянка»ға ғына эләктек, финалға сығып булманы. Башҡорт-төрөк лицейы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала баш­ҡорт гимназияһы, 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы командалары көслө ине. Шул ваҡыттарҙа аралашҡан дуҫ егеттәрҙән Фидан Килмөхәмәтов (Кәкре Сүкеш) – «Ҡыҙыҡ мажор»ҙа, Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) – 48-се баш­ҡорт лицейы командаһында, Урал Кәримов 136-сы баш­ҡорт лицейының «Һупайлы дәрүиштәре»ндә сығыш яһай ине. XI синыфта уҡығанда Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеп, бәйгелә ҡатнашманым. Ә студент саҡта I, II курстарҙа дәрт, ваҡыт бар бит инде, директор менән һөйләшеп, үҙемдең командама «Шаяниум»ға әҙерләнергә ярҙам итергә булдым. Шунда шаяртыу­ҙар уйлап, сы­ғышты музыкаль яҡтан би­ҙәү яғынан эш­ләп, үҙемде режиссёр булараҡ һынап ҡараным. «Ша-шу-ша» беренсе тап­ҡыр финалға эләкте, был, әлбиттә, ҡыуандырҙы.
Ул ваҡыттағы видеояҙмалар әле иҫтәлек булып һаҡлана. Хәҙер ҙә «Шаяниум»ды күҙәтеп барам. Был конкурста ҡатнашыу илһамландыра, дәрт бирә. Кемдер үҙенең көслө яҡтарын, нимәгә һәләтле икәнен белеп ҡала. 20 йыл буйы «Шаяниум»да ҡатнашыусылар ара­һынан күп уңышлы шәхестәр сыҡты: араларында етәкселәр, билдәле йырсылар, режиссёр­ҙар бар. Уҡыусылар өсөн киләсәккә ҙур аҙым бит был конкурс. «Шаяниум»ға рәхмәтлемен: бик күп дуҫтар, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте, – ти Батыр Ғәлимов.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

"Сәләм" тапшырыуы етәксеһе Наил Юнысов "Тағы ла 2" командаһынан Ангелина Халиҡова менән.
"Ша-шу-ша" шаярта. Уртала - "Иң яҡшы ир-егет роле" еңеүсеһе Алсынбай Ғарифуллин.
Көйәрмәндәр.
"Кендектәр" командаһын Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева ҡотлай.
"E7E-media"-нан Батыр Ғәлимов.
"Сәләм" тапшырыуы етәксеһе Наил Юнысов "Тағы ла 2" командаһынан Ангелина Халиҡова менән.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: