-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
7 Апрель 2022, 15:40

Кескәйҙәр ҙә аҡса тоторға өйрәнә

1 - 31 мартта Учи.ру мәғариф платформаһында финанс грамоталығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса онлайн-олимпиада уҙҙы. 

Кескәйҙәр ҙә аҡса тоторға өйрәнә
Кескәйҙәр ҙә аҡса тоторға өйрәнә

Ул финанс грамоталығы нигеҙҙәрен өйрәнеү, балаларҙа эшҡыуарлыҡ сифаттарын тәрбиәләү маҡсатында ойошторола. 

Рәсәй буйынса олимпиадала барлығы 1 миллион 600 мең уҡыусы ҡатнашҡан. Беҙҙең республиканан - 38 мең. Бигерәк тә башланғыс синыфтар ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән: Башҡортостандан ғына 26 мең ҡыҙ һәм малай олимпиада мәсьәләләрен сискән.

"Әлеге көндә финанс грамоталығы буйынса төп төшөнсөлөр менән балаларҙы бәләкәйҙән таныштырырға кәрәклеген бөтәбеҙ ҙә аңлап торабыҙ. Олимпиада финанс баҙары ҡағиҙәләре менән таныштырып ҡына ҡалмай, шәхси бюджетты планлаштырырға, хәүефте танырға өйрәнергә, ойоштороу һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итә, эшҡыуарлыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уята", - ти Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкы иҡтисад бүлеге етәксеһе Фәнүзә Кәлимуллина. 

Фото: olympiads.uchi.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: