-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
14 Апрель 2022, 16:35

Һыҙҙырт, егет, ҡурайыңды!

Һыҙҙырт, егет, ҡурайыңды: Туңған күңелдәр ирер. Моңһоҙҙар моңға күмелер, Телһеҙҙәр телгә килер! Зөлфиә Ханнанова шиғырынан юлдар юҡҡа ғына иҫкә төшмәне. Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башлай. 

Һыҙҙырт, егет, ҡурайыңды!
Һыҙҙырт, егет, ҡурайыңды!

Быйыл ул Октябрьскийҙа 13 — 14 майҙа уҙасаҡ. Бәйгегә үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ҡурай ансамблдәре саҡырыла. 12 йәшкә тиклемге һәм 12 — 16 йәштәге йәш музыканттар бер турҙа ярышасаҡ. Уларға бер оҙон көй һәм бейеү көйөн йәки марш уйнарға кәрәк.

16 йәштән өлкәндәргә конкурс ике турҙа үткәрелә.  Ансамблдәр бер турҙа ике йәш үлсәмендә һынау тотасаҡ.

Ғаризалар 10 майға тиклем [email protected],  [email protected] электрон адрестары буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50 — Республика халыҡ ижады үҙәге, 8 (34767) 6-61-22,

kulturarb.ru 6-28-30 — Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Фото: kulturarb.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: