+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
18 Апрель 2022, 23:25

Өфөлә – «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы

Өфө ҡалаһы Киров районының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡыусылар өсөн XIII «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсының район этабы үтте.

Өфөлә – «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы
Өфөлә – «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы

Конкурста бөтәһе 13 мәктәп ҡатнашты. Уҡыусыларҙың сығыштары биш номинацияла баһаланды: «Әкиәтте яңғыҙ башҡарыу», «Әкиәтте сәхнәләштереү», «Әкиәтте ғаилә менән сәхнәләштереү», «Йәш әкиәтсе», «Әкиәт – халыҡ аҡылы хазинаһы» анимациялы фильмдар һәм йәнһүрәттәр. Ижади конкурсҡа һәр мәктәп тә ныҡлы әҙерләнгән, улар бар әкиәтте лә ҙур оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ менән башҡарҙы.

Конкурсты үткәреү өсөн яуаплы ойоштороусылар – Киров районы фәнни-мәғлүмәти методик үҙәгенең  туған телдәр методисы Рита Марсель ҡыҙы Мостаева  һәм  Киров районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик ойошма етәксеһе Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова.

Йәш башҡарыусылар бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен тик башҡорт телендә һөйләне.

Иң әүҙем ҡатнашыусылар: Максим Горький исемендәге 3-сө гимназия,  5-се лицей, Сергей Аксаков исемендәге  11-се гимназия,  16-сы гимназия, 14-се, 18-се, 19-сы,  41-се,  45-се,  119-сы, 22-се мәктәптәр һәм Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия уҡыусылары булды. Афариндар!

Фото: vk.com

Өфөлә – «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы
Өфөлә – «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы
Өфөлә – «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: