+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Апрель 2022, 12:25

Пьесалар конкурсы иғлан ителде

Һөйөнсө! Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар конкурсы иғлан ителде. Илдә мәктәп театрҙарын үҫтереү буйынса эш алып барыла. «Әле белем усаҡтарында 12 мең студия эшләй, ә 2024 йылға бөтә мәктәптәрҙә лә театр студиялары асылырға тейеш», — ти мәғариф министры Сергей Кравцов.

«Белем.Театр» проектын Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте ойоштора. Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Тарих, социология, психология, фән, экология, мәҙәниәт, сәнғәт буйынса темаларға пьеса яҙырға мөмкин.

theatre.znanierussia.ru сайтында 15 майға тиклем ғариза бирергә кәрәк. Иң яҡшы пьеса Мәскәү сәхнәһендә ҡуйыр өсөн профессиональ труппаға, шулай уҡ уҡыусылар һәм студенттар театр студияларына тәҡдим ителәсәк. Шунан спектаклдәрҙең видеояҙмаларын эксперт советы ҡарамағына ебәрергә. 2022 йылдың декабрендә 5 иң шәп коллектив билдәле буласаҡ. Еңеүселәргә Мәскәүгә һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт бүләк итәсәктәр.

Фото: https://yandex.ru/

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: