Конкурс 2022 йылдың 1 октябренә тиклем барасаҡ. 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡатнашыусыларҙың эштәре өс йәш үлсәмендә айырым билдәләнәсәк. «Экоһүрәт», «Экоблогер», «Экойәнһүрәт»… Номинациялар күп, үҙегеҙ https://экологияделокаждого.рф/ сайтына инеп, конкурс шарттары менән танышығыҙ, ғариза тултырығыҙ, ҡатнашығыҙ, дуҫтар. Ваҡыт етерлек, конкурсҡа йомғаҡ ноябрҙә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе матур бүләктәр: смартфон, планшет, квадрокоптер, экшн=камера, аҡсалата сертификаттар, шулай уҡ «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юлламалар көтә. Махсус бүләктәр ҙә буласаҡ.
«Экология — һәр кемдең эше» конкурсының маҡсаты — йәш быуында экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Фото: http://inkotelniki.ru.