-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Май 2022, 14:40

Шамил Вәлиевкә — Тула гармуны!

Яңауыл районында Фәтих Иҡсанов исемендәге "Моңға бай гармун байрамы" республика конкурсы үтте. Унда гармунсы, тальянсы һәм ансамблдәр - барлығы 200-ҙән ашыу музыкант ҡатнашҡан. 

Балалар араһында ла гармунсылар булыуы ҡыуандыра. Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы 9 йәшлек Шамил Вәлиев үҙешмәкәр музыканттар араһында Гран-при яулап, төп бүләк — Тула гармунын алды! Шамил — Стәрлетамаҡтан, 5-се мәктәптә уҡый. Гармун буйынса етәксеһе — Радик Ғәлимйәнов. Әйткәндәй, Шамил 2021 йылдың көҙөндә Рязань ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй гармунсылар конкурсында ла I урынға лайыҡ булғайны. Йәш музыкантты еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com. 

Шамил Вәлиевкә - Тула гармуны!
Шамил Вәлиевкә - Тула гармуны!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: