+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
31 Май 2022, 13:20

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

Ә һеҙ уҡ атып ҡарағанығыҙ бармы? Күптәрегеҙ: «Юҡ», – тип яуап бирер, моғайын. Ә бына үткән ялда Ауырғазы районы Мораҙым ауылы эргәһендәге яланға йыйылған йәш дуҫтарыбыҙ яндан уҡ ата белеүен генә түгел, ә йыраҡ аранан сәпкә тейҙереү оҫталығын да күрһәтте.

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!
Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

«Меркет мәргәне – 2022» I ха­лыҡ уйындары һәм ярыштары фес­тивале һикһәнләп уғатарҙы бер ергә тупланы. Район хакимиәте, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте, район баш­ҡорттары ҡоролтайы, Меркет ырыуы йәмғиәте ойошмаһы, «Мең меркет» уғатарҙар клубы тарафынан ойошторолған йыйынға республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Октябрьский ҡалаларынан, Дәүләкән, Ишембай, Баймаҡ райондарынан килгәйнеләр.
Аҙна буйы тиерлек иламһырап торған күк йөҙөнөң ҡапыл асылып, көндөң эҫетеп ебәреүе ҡыуандыр­ҙы. Әйтерһең дә, тәбиғәт тә ошо хозур ерҙә йыйылған ҡунаҡтарға ихлас шатланып, тик уңыштар ғына теләне. Уҡсылар милли кейемдәрен кейеп старт алыуға икенсе май­ҙандарҙа ла йәнлелек башланды: бер ерҙә батырҙар көрәшһә, икенсеһендә күңелле концерт ҡарарға мөмкин ине. Ә үҙебеҙҙең милли уйындарҙа ҡатнашыу өсөн халыҡ хатта сиратҡа теҙелде.
Фестивалдең төп тамашаһы – уҡсылар ярышы туғыҙ этаптан тор­ҙо. Йәше, енесе һәм тәжрибәһе буйынса алты төркөмгә бүленгән уғатарҙар бар таһыллығын, мәргәнлеген күрһәтте. Ҡатнашыусыларҙың өстән бер өлөшөн 14 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итте.
Ә кемдәр иң-иңе, тиһегеҙме? Ҡыҙҙар араһында Ишембай ҡалаһы «Аҡтайлаҡ» клубынан Карина Мәһәҙиева менән Карина Дәүләтова беренсе, икенсе урын яулаһа (етәкселәре – Зөһрә Кинйәбаева), өсөнсө урынға Өфө ҡалаһының «Төньяҡ амур­ҙары» берләшмәһенән Валерия Смирнова (Урал Мортазин) лайыҡ булды. Малайҙар араһында ярыш сәмлерәк барҙы. Призлы урын­дар­ҙы Илнар Әлмөхәмәтов (Хөрмәт Таһиров, «Ирәндек уҡсылары» клубы, Сибай ҡалаһы), Илсаф Сәфиуллин («Аҡтайлаҡ» клубы), Ильяс Һөйөндөков (Рәйес Низаметдинов, «Юрмаш мәргәне» берләшмәһе, Өфө районы, Шамонин ауылы) бүлеште.
– Беҙҙең «Глобус» балалар ижады үҙәге ҡарамағында эшләп килгән «Төньяҡ амурҙары» берләшмәһенә төрлө милләт балалары йөрөй, – ти уның ойоштороусыһы һәм етәксеһе Урал Хәйрулла улы Мортазин. – Бына бишенсе йыл инде ошондай рухи-патриотик тәрбиә биреүсе сараларҙа көсөбөҙҙө һынап торабыҙ. Ата-әсәләрҙең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ был эштә: милли кейем тектереү, уҡ-ян эшләтеү, республика райондары буйлап баланы ярыштарға йөрөтөү ярайһы уҡ сығымдар талап итә.
Халҡыбыҙҙың милли кейемде, йолаларҙы тергеҙеү эштәрен алып барыу­ҙары ҡыуандыра. Фестивалдә ҡатнашыусылар ҙа байрамдан көс-дәрт алып таралышты.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!
Ятып ҡалғансы, атып ҡал!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: