+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
1 Июнь 2022, 12:40

Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе - Бөрйәндә

16 - 17 июндә Бөрйән районында балалар һәм йәштәр араһында Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале үтәсәк. Унда 5 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге бәйгеселәр ҡатнаша.

Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе - Бөрйәндә
Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе - Бөрйәндә

Сараны Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының Сәсәндәр үҙәге ойоштора.

Ҡатнашыусылар өсөн сәсәнлек сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк, уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Шүлгән-таш мәмерйәһе менән таныштырыу ҙа күҙаллана. Шулай уҡ фәнни-ғәмәли конференция ла ойошторола.

Финалға Мәскәү, Красноярск, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан бәйгеселәр килә. Башҡортостан данын Ишембай, Нефтекама, Сибай ҡалаларынан, Архангел, Әбйәлил, Баймаҡ, Баҡалы, Дәүләкән, Бишбүләк, Бөрйән, Дыуан, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәләүез, Шишмә, Туймазы, Фёдоровка, Учалы, Салауат, Ғафури райондарынан ҡатнашыусылар яҡлаясаҡ.

Проект Президент грантының мәҙәни инициативалары фонды тарафынан халыҡ ижадының бер төрө булған - сәсәнлекте үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Фото: rbsmi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: