+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
3 Июнь 2022, 15:35

"Йәшлек" конкурс еңеүселәрен билдәләне

Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсы 2015 йылдан үткәрелеп килә. «Йәшлек» гәзитенең алып барған был проекты – Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының «Бөтә Рәсәй – 2015» XIX матбу­ғат фестивале лауреаты, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү­гә бирелгән грант эйәһе. Бәйгелә мәктәп, лицей, гимназияларҙа белем алыусы IX – XI синыф уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары көсөн һынай.

"Йәшлек" конкурс еңеүселәрен билдәләне
"Йәшлек" конкурс еңеүселәрен билдәләне

Быйылғы бәйге ер-һыу атама­ларына арналды. Унда 100 эш ҡабул ителгәйне, шуларҙың 26-һы номинацияла бүләкләнде.
– Конкурстың ер-һыу атамаларына арналыуы тыуған яҡты тәрәнерәк өйрәнергә, йәшәгән ереңдең үҙенсәлектәрен асыҡларға, тарихты белергә ярҙам итә. Уның тәрбиәүи роле бик ҙур, ижади фекерләүҙе әүҙемләштерә, ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерә, йәштәрҙе төрлө яҡтан тәрбиәләй, белемен арттыра, – ти Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының жюри рәйесе Фәнил Күзбәков.
Шулай итеп, кемдәр еңеүсе булдымы? Баймаҡ районы Билал мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Азат Хажиев I премияға лайыҡ тип табылды. Уның «Ер-һыу атамалары – ата-олатайҙар аманаты» тигән мәҡәләһе бик үҙенсәлекле итеп яҙылғайны. Егет үҙе бик тырышып уҡый, айырыуса география, химия фәндәрен яратып өйрәнә, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Фәнни-ғәмәли конференцияла, конкурста ҡатнашып тора, бер ҙә һынатмай, призлы урындар яулай.
Икенсе премия ике уҡыусыға – «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе, Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның XI синыф уҡыусыһы Светлана Килмөхәмәтоваға һәм Мәләүез районы Нөгөш мәктәбенең IX синыф уҡыу­сыһы Азалиә Шәйәхмәтоваға тапшырылды. Улар икеһе лә – уҡыу алдынғыһы, һәр яҡлап та өлгөр, бик әүҙем ҡыҙҙар.
Светлана йыл һайын баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәй. Беренсе тапҡыр федераль кимәлдә үткәрелгән төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ла призёр булған. Азалиә лә фәнни-ғәмәли конференция, ижади конкурстарҙан ситтә ҡалмай, призлы урындар яулай. Былтыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призёр булып ҡыуанған. Быйыл иһә «Йәш хәбәрсе» республика конкурсында икенсе урын алған. Етмәһә, ул – район хакимиәте башлығы стипендиаты, Динис Бүләков исемендәге премия лауреаты ла.
Өсөнсө премияға өс кеше – Салауат районы Янғантау мәктәбенең IX синыф уҡыу­сыһы Алина Ғайсина, Белорет районы Шығай мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Рәсим Юнысов, Сибайҙағы ҡала гимназияһының XI синыф уҡыусыһы Айҙар Әхтәмов лайыҡ булды.
Конкурстың махсус призы ла булдырылғайны. Ул дүрт уҡыу­сыға – Ейәнсура районының Ибрай мәктәбенән Нәргизә Ҡолмөхәмәтова, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Розалина Мөхәмәтйәнова, Мәләүез районының Нөгөш мәктәбенән Рамаҙан Ғәббәсов, Әбйәлил районының Байым мәктәбенән Илназ Сәйетғәлинға бирелде. Бәйгелә көсөн һынаған 16 уҡыусы «Халҡым киләсәге» номинацияһында еңеүсе булды.
Еңеүселәргә аҡсалата премиялар, номинацияла билдәләнеүселәргә Шөһрәтнамәләр, Булат Солтангәрәевтең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡындағы китап-альбомдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

"Йәшлек" конкурс еңеүселәрен билдәләне
"Йәшлек" конкурс еңеүселәрен билдәләне
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: