+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
6 Июнь 2022, 13:25

Роман "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!

Күмертау ҡалаһынан 12 йәшлек Роман Коньшаков "Тере классика" Бөтә Рәсәй конкурсының суперфиналында Ҡыҙыл майҙанда сығыш яһап, "Донъялағы иң яҡшы унау"  исемлегенә ингән.

Роман "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!
Роман "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!

Мәскәүҙә үткән был сарала 80 илдең ҡатнашыусылары араһында Рәсәйҙән ете бала ҡатнашҡан. Уларҙы мәртәбәле жюри ағзалары баһалаған. 

Роман Виктор Драгунскийҙың "Шиворот-навыворот" әҫәренән өҙөк һөйләп күрһәткән. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 42 балл йыйып, "Донъялағы иң яҡшы унау" иҫәбенә инеүгә өлгәшкән. 

Тырыш малай уҡыуҙа ла һынатмай, гитарала оҫта уйнай,үҙендә актёрлыҡ һәләте лә көслө.

-Киләһе йылға был бәйгелә тағы ла  ҡатнашасаҡмын. "Донъялағы иң оҫта һөйләүсе" исемен яуламайынса туҡтамаясаҡмын, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем,- ти Роман.

Суперфинал конкурсанттары электрон китаптар, сувенирҙар, дипломдар менән бүләкләнгән.

Фото: rbsmi.ru

 

 

Роман "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!
Роман "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: