+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Июнь 2022, 14:00

Үҙебеҙҙең Йәсминә

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан халыҡтары телдәрендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау тантанаһында беҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ Алита Лоҡманова ҡыҙы Йәсминә менән ҡатнашҡан.

Үҙебеҙҙең Йәсминә
Үҙебеҙҙең Йәсминә

 – Был сараның маҡсаты – донъя халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡынының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү. Конкурста республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән төрлө йәштәге балалар ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе үҙенсә һәләтле! Ҡыҙыбыҙ Йәсминә «Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында II урын алды.
Балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы бындай матур сараны ойошторған Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Кескәй йөрәктәрҙә наҙ һәм нур ҡабыҙған, бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған тәрбиәселәребеҙ Илүзә Фәрүәз ҡыҙы менән Венера Рушат ҡыҙына ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ижади уңыштар теләйбеҙ, – ти Алита Даян ҡыҙы.

Афарин, артабан да Йәсминә еңеүҙәр яулап торһон!

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: