+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Июнь 2022, 10:25

Илгиҙәрҙәр тел гиҙә

Был уҡыу йылы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбе өсөн сараларға бик бай булды. 1 июнь көнө Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында «GeoLing – Илгизәр» проектының йомғаҡлау уйыны үтте. Сараның Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына тап килеүе уның мәртәбәһен тағы ла арттырып ебәрҙе.

Илгиҙәрҙәр тел гиҙә
Илгиҙәрҙәр тел гиҙә

«GeoLing – Илгизәр» – полилингваль мәктәптәр өсөн үҙенсәлекле викторина. Һорау­ҙар башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә төҙөлгән, «Урал батыр» эпосы, уның тарихы, Баш­ҡортостан тәбиғәте, сәнғәте һәм мәҙәниәте буйынса һайланған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был уйында шулай уҡ тарихи фотолар, документтар, карталар һәм видеоматериалдар ҙа бар. Проектты тормошҡа ашырыуҙа БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы программистары, уҡытыусылары, гейм-дизайнер­ҙары һәм ҡаланың 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбе уҡытыусылары ҡатнашты. Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама уҡыу йорттары йәлеп ителде. Был ҡалаларҙа апрель айынан башлап ошо уйындар үткәрелә килде. Ойоштороусылар фекеренсә, сара балаларҙа тыуған яҡҡа һәм тәбиғәткә һөйөү уята. Патриотик тәрбиәгә лә был проекттың йоғонтоһо ҙур.
Ысынлап та, уҡыусылар уйын барышында үҙҙәренең туплаған белемен, туған теленә, мәҙәниәтенә битараф булмауҙа­рын күрһәтте. Викторинаның үт­кәреү форматы ла бик ҡыҙыҡ­лы: һәр һорауға 4 вариант яуап тәҡдим ителә, дөрөҫөн һайлаһалар, таблола йәшел ут яна, ә яңы­лыш булһа – ҡыҙыл. Йәнә шуны әйтеп китергә кәрәк, һорауҙар балл күләменә ҡарап ҡатмарлаша бара (100, 200, 300, 400 һәм 500 балл).
Проектта еңеүсе командалар өсөн бик үҙенсәлекле бүләктәр әҙерләнгән: өсөнсө урынға «Урал батыр» китабы һәм торт, икенсе урынға – Торатау геопаркына, беренсе урынға – Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәткә юллама.
Йомғаҡлау уйыны бик ҡы­ҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. III урынды Нефтекама ҡала­һынан «Балаян» менән баш ҡаланың Фатима Мостафи­на исемендәге 20-се баш­ҡорт гимназияһының «Зирәктәр» командалары бүлеште, II урынға Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицейҙың «Ар­ғымаҡ» командаһы лайыҡ бул­ды, ә беҙҙең 23-сө күп про­филле полилингваль мәк­тәптән «Йәншишмә» ко­мандаһы еңеү яуланы! Ошондай кәрәкле, заманса форматта уҙған сараны ойоштороусы етәкселәргә, ҙур теләк менән ҡатнашыусы бәйгеселәргә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Был зирәк, тапҡырҙар уйы­ны­на килгән ҡайһы бер ҡат­нашыу­сылар һәм ҡунаҡтар үҙҙәренең фекере менән уртаҡлашты.
– Бөгөнгө бәйгегә көс һынашырға килгән бөтә ҡатнашыу­сылар ҙа – еңеүселәр, телен, илен һөйөүселәр. Был конкурс уникаль ҡомартҡыбыҙ – «Урал батыр» эпосын тағы ла ҡулға алып уҡырға, ата-бабалары­быҙ аманатын иҫкә төшөрөргә мөмкинлек бирҙе. Ойоштороу­сыларға ҙур рәхмәт, республика күләмендә ҙур эш атҡа­рып сыҡҡанһығыҙ, – тине Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһының уҡытыусыһы Ли­лиә Тимерхан ҡыҙы Аҡбула­това.
– Беҙ балалар менән сәмләнеп, дәртләнеп ярышҡа килдек. Саҡырыуығыҙға рәхмәт, – тип үҙ фекерен еткерҙе Өфө ҡалаһының 2-се «Смарт» гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Мирзаян ҡыҙы Ҡотлозаманова. Стәрлетамаҡтың 2-се интернат-лицей уҡытыусыһы Бүләк Йыһангир ҡыҙы Ҡәйепҡолова әйтеүенсә, был проект «Урал батыр» эпосына ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, мәшһүр ҡомартҡыны тыуҙырыусы халҡыбыҙ тарихының байлығын, яҡшылыҡтың онотолмауын, «ил-ата» һүҙенең хаҡ булыуын тағы ла бер ҡат раҫланы.
Тапҡырҙар уйыны йәмле, йәнле нотала тамамланды. Урал батыр тоҡомдарының уҡыуҙа ла, илгә кәрәкле һөнәр һайлай белеүҙә лә һынатмаҫтарына ышандыҡ. Үҙ тәрбиәләнеүселәрен ҡыйыу һынау тоторға әҙерләгән коллегаларыбыҙға, остаздары ышанысын аҡлаған илһөйәр, телһөйәр уҡыусыларыбыҙға яңы еңеүҙәр, яңы ҡа­ҙаныштар теләйбеҙ.


Венера ВӘХИТОВА, уҡытыусы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
23-сө күп профилле
полилингваль мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: