+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Июнь 2022, 15:35

Борон-борон заманда...

Әкиәт тыңларға яратмаған бала юҡтыр. Ауыҙ-тел ижадының был төрө кешегә тыуғандан алып юлдаш. Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, моғайын, үҙҙәрен ҡарһүҙ һөйләп йоҡлатҡан өләсәйҙәрен иҫкә алып тораларҙыр әле. Эйе, әкиәтле бала саҡ – бәхетле мәл. Баш ҡалабыҙҙа уҙған «Һаумы, һаумы, әкиәт!» донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең ҡала конкурсын йомғаҡлау тантанаһына йыйылған балаларҙың күплеге быға асыҡ дәлил булып торҙо.

Быйыл ун өсөнсө тапҡыр үткәрелгән бәйгелә барлығы 970 бала бәхетен һынап ҡараған. Ә иң оҫта әкиәт һөйләүселәр иһә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры залына йыйылды. Матур милли кейемдәрҙә, төрлө йәнлек булып кейенеп килгән ҡатнашыусыларҙы тәбрикләргә мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны.
– Уҙған йыл билдәле сәбәптәр арҡаһында йыйыла алмағайныҡ. Шуға конкурс онлайн форматта үтте һәм «Өләсәйем әкиәттәре» тип аталды, – тине Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина. – Бөгөн күрешеүебеҙгә бик шатмын. Әкиәттәр изгелеккә, аҡылға, көскә эйә булған камил геройҙар аша баланы үҫтерә. Ҡатнашыусыларҙың күплеге йәм­ғиәтебеҙҙең ошондай матур сараларға битараф булмауын күрһәтә.
Йәш әкиәтселәрҙең сығышын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Береһенән-береһе уҙҙырып, оҫталығын күрһәтә. Беҙҙә күп икән дә әкиәт яратыусы­лар!
Бына иң тантаналы мәл етте. Еңеүселәр сәхнәгә күтәрелде.
Шулай итеп, «Йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар» номинацияһында I урынды – 111-се гимназия уҡыусыла­ры, II урынды – 330-сы, ә III урынды 129-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре яуланы.
«Йәш әкиәтсе» номинацияһында I урын­ға – Динислам Нурмөхәмәтов (166-сы башҡорт балалар баҡсаһы), II урынға – Самина Әхмәтова (48-се баш­ҡорт лицейы) менән Вилена Сафиуллина (2-се полилингваль гимназия), ә III урын­ға Карина Вилданова (97-се балалар баҡсаһы), Данис Раимов (Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы), Самира Миңләхмәтова (Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы) лайыҡ булды.
«Әкиәттәр – халыҡ аҡылы хазинаһы» номинацияһында I урынға – Диана Әминева (103-сө мәктәп), II урынға – Самира Ғүмәрова (18-се мәктәп) менән Йәсминә Ураҙғолова (Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы), ә III урынға Лилиә Ғәбитова (52-се лицей) менән Арина Кәримова (141-се мәктәп) сыҡты.
«Ғаилә менән сәхнәләштереү» номи­нацияһында Сәғитовтар ғаиләһе (308-се башҡорт балалар баҡсаһы) Гран-при яуланы. I урында – Нәбиуллиндар (Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы баш­ҡорт лицейы), II урында – Ҡыуандыҡовтар (92-се мәктәп), III урында – Ишдәүләтовтар ғаиләһе (18-се баш­ҡорт балалар баҡсаһы).
«Әкиәтте сәхнәләштереү» номинацияһында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларына етеүсе булманы. Улар Гран-при хужаһы булды. I урынды Мөхәмәт Ис­ҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары алһа, II урынды – 308-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыу­сылары, ә III урынды 16-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм 75-се «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы фольклор коллективы бүлеште.
«Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында Марат Яубаҫаров (42-се мәктәп) менән Алмас Вәлиев (18-се баш­ҡорт балалар баҡсаһы) иң-иңе булып танылды. Икәүһенә лә Гран-при бирелде. Ә I урынға – Асия Ғарипо­ва (Фатима Мостафина исемендәге 20-се баш­ҡорт гимназияһы), Мәҙинә Ғүмәрова (51-се башҡорт балалар баҡсаһы), II урынға – Әминә Аллабирҙина (Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), Буранбай Әминев (40-сы баш­ҡорт балалар баҡсаһы), III урынға Инсаф Юнысов (Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы), Аделина Тәкәева (102-се баш­ҡорт балалар баҡсаһы) лайыҡ булды.
Сәмле ярыштың һәр еңеүсеһенә иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Борон-борон заманда...
Борон-борон заманда...
Борон-борон заманда...
Борон-борон заманда...
Борон-борон заманда...
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: