+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Июнь 2022, 00:45

Төп бүләк – Баймаҡ егете Мираста

Бөрйән районында I Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәрҙең конкурс-фестивале үтте. Унда сәсәнлек  ярышы ойошторолдо.

Төп бүләк  – Баймаҡ егете Мираста
Төп бүләк – Баймаҡ егете Мираста

Сараның Гала-концерты райондың Мәҙәниәт йорто алдында уҙҙы. Ҡунаҡтарҙы һәм конкурсанттарҙы Бөрйән районы башлығы Ғәзиз Маннапов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд директоры Гөлназ Йосопова, Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәфисә Тулыбаева тәбрикләне.

Ярыш ике категорияла барҙы. 5 –12, 13 – 25 йәшлектәр нәфис һүҙгә оҫта булыуҙарын, ауыҙ тел ижадын яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Эпостарҙы, риүәйәттәрҙе, көйҙәрҙе  һөйләп, өзләп ишеттерҙеләр.

Конкурста Мәскәүҙән, Красноярскиҙан, Ҡырғыҙ Республикаһынан, Санкт-Петербургтан, Воронеждан, Силәбенән, Свердлов өлкәһенән, Ставрополь крайынан, Татарстандан, Якутиянан, Үзбәкстандан ҡатнаштылар. Башҡортостан данын Ишембай, Нефтекамск, Сибай, Архангель, Әбйәлил, Баймаҡ, Баҡалы, Бишбүләк, Бөрйән, Дыуан, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Меләүез, Шишмә, Туймазы,  Федоровка, Учалы, Салауат, Ғафури район-ҡалалары йәштәре һәм балалары яҡланы. Барлығы конкурсҡа 12 төбәктән 100 ғариза ҡабул ителгән.

Мәртәбәле жюри Баймаҡ районы Ғүмәр ауылы егете Мирас Үҙәнбаев менән Ҡырғыҙ Республикаһынан килгән Гулджигит Кубанычбековты еңеүсе тип тапты. Егеттәргә диплом, ҡиммәтле бүләк, фестивалдең бриллиантлы алтын символы тапшырылды.

– Мирастың еңеүе тыуған көнөмә ҙур бүләк булды. Конкурсҡа әҙерләнергә ваҡыты бик тығыҙ ине. Имтихандары бара, ул арала һабантуйҙа ҡатнашты, конкурстарҙа көс һынаны. Шулай ҙа сәсәнлек бәйгеһендә һыр бирмәне. “Әсәй, тыуған көнөңә бүләк эшләйем”, – тигәйне, һүҙендә торҙо. Гран-при яуланы, – тип һөйөнә Мирас Үҙәнбаевтың әсәһе Миңзәлә Мират ҡыҙы.

Бәләкәстәр араһында Гран-при булманы, ә урындар бирелде. Хәйбулланан Тимур Билалов махсус бүләккә лайыҡ булды.
Шулай уҡ Сибай сәнғәт колледжынан Айһылыу Кәримова махсус бүләк алып ҡыуанды.

 Резеда Вәлиева.

Мәғлүмәт һәм фото: ataisal.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: